Радий Хәбиров «Еңеү паркы»ндағы мемориалға сәскә һалыу тантанаһында ҡатнашты

Бөйек Еңеү көнө уңайынан республикала илһөйәрлек саралары үтә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Еңеү паркы»ндағы мемориалға сәскә һалыу тантанаһында ҡатнашты. Башҡортостанда йәшәүсе күп милләтле халыҡ исеменән Советтар Союзы геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросовтың үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалынды.

«Мәңгелек ут» майҙанында Ватан өсөн башын һалған батырҙар, һуғыш ҡорбандары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Шулай уҡ бөгөн 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡаһарман яҡташыбыҙ 1945 йылдың 30 апрелендә Берлинда Рейхстагҡа тәүгеләрҙән булып Еңеү байрағын ҡаҙай.