Прокуратура Ишембай районындағы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлауҙы дауам итә

Рәсми теркәлгән мәғлүмәт буйынса, бөгөн көндөҙгө сәғәт берҙәр тирәһендә Стәрлетамаҡ-Белорет автомобиль юлының 29-сы саҡрымында «Фольксваген Амарок» менән «Дэу Нексия» маркалы автомобилдәр бәрелешкән. Һуңғыһы янған, ә внедорожник юлдан ситкә төшөп киткән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль пассажирының ғүмере өҙөлгән. Водитель һәм тағы ике пассажир, шул иҫәптән бала төрлө йәрәхәттәр менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының медицина учреждениеһына оҙатылған.

Авария урынына хоҡуҡ һаҡлау органдарын һәм махсус хеҙмәттәрҙе координациялау өсөн Ишембай район-ара прокуроры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәсәнов барған. Күҙәтеү ведомствоһы факт буйынса бөтә шарттарҙы асыҡлауҙы һәм процессуаль ҡарар ҡабул итеүҙе контролгә алған.