Килем килтереүсе шөғөл. Бөрө районында үҙмәшғүлдәр арта, улар ситтән кеше яллап тормай үҙҙәре эшләргә ҡарар итә. Күптәр рәсмиләштерелгән социаль контракт ярҙамында үҙ эшен аса, кәрәкле ҡорамалдар һатып ала. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Фәрит Ғарифуллин ғүмере буйы водитель булып эшләй, тәгәрмәс өҫтөндө тотош Рәсәйҙе урап сыға. 4 йыл элек яңы һөнәр үҙләштерә . Тимерселек эшенең нигеҙҙәрен интернетта өйрәнә, изделиеларҙы иретеп -йәбештереүҙе ҡулланмайынса үҙ ҡулдары менән сүкеп эшләй. Тәүге заказдар килә башлау менән боронғо стилдә эшләүен төшөнә.
Эш процесын бер аҙ еңеләйтеү өсөн тимерсе пневматик балта һатып алырға ҡарар иткән. Урындағы хакимиәткә ғариза яҙған, бизнес- план яҡлаған, социаль контракт программаһы сиктәрендә финанс ярҙамы алған. Оҫта изделиеларын йәрминкәләрҙә һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтә. Уға заказдар Рәсәй төбәктәренән генә түгел, хатта алыҫ сит илдәрҙән дә килә.
Оксана Кузнецова ла яратҡан шөғөлө ярҙамында үҙ эшен асҡан. Сигеүгә әсәһенән өйрәнгән. Оҫта 20 йыл төрлө ательеларҙа ялланып эшләй. Әммә ирекле ижад итеү теләге еңә. Шаршау, түшәк кәрәк-яраҡтары, ҡыҙыу таба тотоу өсөн бейәләйҙәр. Хатта туҡыма ҡалдыҡтарына ла икенсе ғүмер бирергә мөмкин. Эшҡыуарҙың бизнес-планы уңышлы тип табыла, һәм ул үҙенең тегеү ҡорамалдарын һатып алыу өсөн аҡсалата ярҙам ала.
Әлеге мәлдә Оксана яңы теген машинаһы, оверлок, пар генераторы килеүен көтә. Туҡымаларҙы Сүриәнән, Төркиәнән, Пакистандан һатып ала. Яңы баҙарҙарға сығыу теләге лә көслө. Оҫтабикәнең йәрминкә, социаль селтәрҙәрҙән тыш, маркетплейстарҙы ла яуларға теләге бар. Ярҙам алыу мөмкинлеген күргәс, үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙар бизнес-шерифҡа мөрәжәғәт итә.
Бөрөлә эре сәнәғәт производстволары юҡ, шуға күрә халыҡ үҙмәшғүллекте һайлай. Әлеге ваҡытта муниципалитетта өс меңдән ашыу эшҡыуар теркәлгән. Һәм уларҙың һаны йылдан-йыл арта.
Гүзәл Борханова