Өфөлә процедура кабинетының иң яҡшы шәфҡәт туташы асыҡланды

Бүләкләү тантанаһы яҡынлашып килгән Халыҡ-ара шәфҡәт туташы көнө алдынан үтте. Быйыл «Процедура һәм прививка кабинеттарының иң яҡшы шәфҡәт туташы» һөнәри конкурсында меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 26-һы ярымфиналға сыҡҡан. Шәфҡәт туташтары тест һорауҙарына яуап биреп, баһалама комиссия ағзалары алдында оҫталыҡтарын күрһәткән.

Беренсе урынға Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәре Кристина Мөхәмәтова лайыҡ булды. «Үҙ һөнәреңә тоғролоҡ» номинацияһыда Бәләбәй Үҙәк дауаханаһында эшләүсе Надежда Туймукова бүләкләнде. Уның хеҙмәт стажы 42 йыл. Әлеге көндә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағында 35 меңгә яҡын шәфҡәт туташы эшләй.