Бының өсөн Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең ҡыҙыу линия телефон һандары буйынса шылтыратырға кәрәк. Операторҙар 12 майға тиклем иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем эшләй. Ҡалған көндәрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙан шылтыратырға мөмкин. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, проект тормошҡа ашырыла башлағандан, йәғни 2020 йылдан алып такси менән 2 меңдән ашыу ветеран файҙаланған.