Өфө ҡалаһы тарихы музейында «Хәрби дозор» күргәҙмәһе асылды

Уның авторы рәссам-педагог, Башҡортостан рәссамдары союзы ағзаһы Нина Сайкина. Күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы төрлө һынлы сәнғәт һәм графика техникаһын ҡулланып башҡарылған 20-гә яҡын эш тәҡдим ителә. Рәссамдың һәр эше халыҡ юморының сағыу, эмоциональ образын сағылдыра.

Был стилдә мин ҡырҡҡа яҡын картина төшөрҙөм. Уларҙа ауыр һуғыш осоронда ла халыҡтың ижадтан айырылмауы сағыла. Улар таҡмаҡтар сығарып күңелдәрен күтәргән.

Нина Сайкина, рәссам