Тантаналы саралар 12-һенән 19-сы майға тиклем ВДНХ-ла үтәсәк Беренсе Бөтә Рәсәй туй фестивалендә уҙасаҡ. Унда тотош илдән 150 пар ҡатнаша. Программала яңы өйләнешкән ғаиләләр милли кейемдәр парадын күрһәтә. Ә күмәк никах тантанаһы төп майҙансыҡта үтә. Был көндәрҙә ВДНХ-ла Рәсәйҙә йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың туй йолаларын күрергә мөмкин. Фестивалдә Башҡортостандан дүрт пар ҡатнаша. Уларҙың береһе Ишембайҙан Эмиль Бикушев менән Аиша Мурзина.