Шаран районы Наратаҫты ауылында Люциә менән Аркадий Ласточкиндар ауылдаштарына һәр яҡлап өлгөлө ғаилә. Бынан 13 элек хужабикә ҡаты сирләп киткәс тә, улар ауырлыҡтарҙы бергә еңеп тулы тормош менән йәшәргә көс таба. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ырғаҡ энә менән күҙҙең яуын алырлыҡ япма бәйләү Люциә Ласточкинаға еңелдән бирелмәй. Бына 13 йыл элек инсульт үткәргәндән һуң, ханым оҙаҡ ҡаҡыт хәрәкәтһеҙ ҡала. Бәхеткә, өс балаһы һәм тормош иптәше ярҙамында Люциә ҡайтанан аяҡҡа баҫа, иренең даими хәстәрлеге барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә.
Ярты кәүҙәһен паралич һуҡҡан ҡатын бер ҡулы менән һүрәт төшөрә, сигеү сигә, йорт йыһаздарына япмалар бәйләй башлай, алмаз мозаикаһы йыйыу менән мауыға. Ҡул эштәрен Люциә балаларына һәм туғандарына бүләк итә. Әсәләренән күреп, ҡыҙҙары ла уның шөғөлдәрен үҙ иткән. Йортон сынъяһау итеп тотҡан ханым яҡындарына кәрәк булыуҙан үҙен бәхетле тоя.
Ирле-ҡатынлы Ласточкиндар инде 50 йылға яҡын татыу ғүмер итә. Бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, уларҙың өсөһөнә лә юғары белем биргәндәр. Йәйгеһен ейән-ейәнсәрҙәре ялға ҡайтһа, йорт эсе шау-гөр килеп тора тип шатланалар. Яҡындарына һәр ваҡыт терәк булып, тормоштан йәм табып йәшәгән бәхетле парҙың бошоноп ултырырға ваҡыты ла юҡ.
Гөлдәриә Йосопова