Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙамға 6 миллион һумдан ашыу субсидия йүнәлтеләсәк. Йәмғеһе республикала 3 тиҫтәнән ашыу ярҙам сараһы эшләп килә. Уларҙың бер нисәһе менән Бүздәк районында йәшәгән Рүзил Рөстәмов файҙаланған. Яугир махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса саҡырылып, йәрәхәт ала. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Махсус хәрби операция биләмәһенә Рүзил Рөстәмов мобилизация буйынса 2022 йылдың аҙағында эләгә. Башта хәрби әҙерлек үтә, һуңынан фронттың иң ҡыҙыу нөктәләренең береһенә ебәрелә. Хәрби бәрелеш биләмәһендә яугир оҙаҡ булмай. Аҙна ваҡыт үтеп өлгөрмәй, йәрәхәт ала. Һалдат янында шартлаған миномет снаряды ярсыҡтары ирҙең тәненә төрлө ергә үтеп инә.
Республика ярҙамһыҙ ҡалдырманы, ти Рүзил Рөстәмов. Ҡайтҡас, яугир Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында медицина тикшеренеүе үтеп дауалана. Яңыраҡ ике бала атаһы Янғантау шифаханаһында реабилитация үткән. Ғаиләбеҙгә дәүләт кенә түгел, ауылдаштар ҙа ҙур ярҙам күрһәтте, ти яугирҙың тормош иптәше. Фронтҡа йәлеп ителгәнсегә тиклем, ғаилә башлығы эшләгән район Юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ла ярҙамдан ситтә ҡалмай.
Федераль ярҙам сараларынан тыш, республикала яугирҙар өсөн айырым уңайлыҡтар булдырылған. Йәмғеһе исемлектә 39 мөмкинлек. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән Рүзил Рөстәмов файҙаланып өлгөргән. Киләсәктә ғаилә балаларҙы уҡытыу буйынса льготалар менән ҡулланырға ниәтләй.
Рәзилә Ғиниәтуллина