Былтырҙан бирле Мөрсәлим ауылына илткән юлда автомобилдәр даими рәүештә соҡорҙарҙа батып ултырған. Урындағы карьерҙан таш ташыусы ҙур йөк машиналары юл ҡатламын емергән. Республика Башлығы Радий Хәбиров хәлде төҙәтергә ҡушты. Мәсьәләнең сиселеше киләһе яҙмала.
Көн һайын Алексей Смольянов Мөрсәлим ауылы урта мәктәбе уҡыусыларын өйҙәренә оҙата. Мәсьәлә ябай түгел: уның маршруты емерелгән юл аша үтә. Юл емерелеүенә карьерҙан ауыр йөк машиналарында контролһеҙ инерт таш ташыу сәбәпсе.
Рус Илсекәйенән Күкшикка тиклем барабыҙ. Унда юлдар тигеҙ. Хәҙер юлдар торошо әҙ булһа ла яҡшыра башланы.
40 саҡрым арауыҡта ауылды район үҙәге менән тоташтырған берҙән-бер юлды үтер өсөн сәғәттән ашыу ваҡыт кәрәк. Шуға күрә логистика ла, ауыл халҡының хәрәкәт итеү тиҙлеге лә үҙгәрә.
Район үҙәгенә аҙнаһына ике тапҡыр барырға тура килә. Мөрсәлимдәрҙән тыш , был юлдан биш ауыл халҡы йөрөй.
Ҡайһы бер махсус техника килде, эшселәр тырыша. Иң яҡшыһы, юлда уйымдар кәмей башланы..
Ниһәйәт, мәсьәлә урынынан ҡуҙғалды. Юлға эшселәр һәм махсус техника сығарылды. Бер-нисә көн эсендә улар өс саҡрымдан ашыу юл үткән. Иң проблемалы участок - Башҡорт Илсекәйе менән Мөрсәлим араһы. Был соҡорҙарҙа бер нисә тапҡыр машиналар батҡан. Юлсылар соҡорҙарға ҡырсынташ түшәй башлаған.
Емерелгән юл мәсьәләһе үткән транспорт сәғәтендә төп темаларҙың береһе булды. Радий Хәбиров килеп тыуған мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә ҡушты. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы эшмәкәрлеге арҡаһында урындағы юлдарға 1 миллиард һумдан ашыу зыян килтерелгән.
Апрелдә бөтә төр йөк транспорты өсөн участка буйлап йөрөү тыйыла. Ҡайһы бер компаниялар уны боҙа, был процесты һиҙелерлек тотҡарлай. Әммә, эшселәр әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә участкала ремонт өсөн материал алып килгән йөк машиналары ғына күренә.
Егерме километрҙан ашыу юл. Уны Урмансыға тиклем тәртипкә килтерергә кәрәк. Көҙөн шулай уҡ һалалар, эшләйҙәр, көҙөн был юлды тигеҙләй башлайҙар. Хәҙер инде май уртаһы.
Юлдарҙың хәл-торошо район хакимиәтенең даими контролендә.
Мәсьәлә республика башлығының айырым контролендә. Һуңғы оператив кәңәшмәлә юл япмаһын тергеҙеү буйынса күрһәтмә бирелде, транспорт сәғәтендә лә был мәсьәлә ҡабаттан ҡуҙғатылды. Юл тергеҙеү буйынса яңы күрһәтмәләр еткерелде.
Республиканың транспорт министрлығы менән килешеү буйынса, Мөрсәлимдә ҡырсынташ сығарыу менән шөғөлләнгән «Шахта карьеры» компанияһы «Башкиравтодор» ға иң ҡатмарлы юл участкаларын тәртипкә килтереү өсөн 1 000 тонна инерт материал бүлде. Емерелгән юлдарҙы тергеҙеүгә йыл һайын аҡса бүлеү буйынса килешеү төҙөү планлаштырыла. Радий Хәбиров белдереүенсә, ни тиклем генә ауыр булмаһын, юлды тәртипкә һалырға кәрәк. Был мәсьәләлә ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыусыларға талап ҡәтғи буласаҡ.
Гүзәл Борханова