Баш ҡаланың Октябрь проспектында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған парад үтте

Мең ярымдан ашыу кеше, хәрби техника һәм бәләкәй авиация. Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған парад үтте. Тантаналы маршты трибунанан ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ һәм уларҙың ғаилә ағзалары, хәрби бәрелештәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары күҙәтте. Шулай уҡ 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Рейхстагта Еңеү байрағын ҡаҙаған Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды. Бөйөк Еңеү көнөндә үткән тантаналы саралар менән БЮТ хәбәрсебеһе Флорида Ким таныштыра.

Башҡортостанда Еңеү көнөнә арналған тантаналы саралар Өфөнөң Совет майҙанында башланды. Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалды. Тантанала ҡатнашыусылар Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Төбәк етәксеһе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында хәтер кешеләрҙең йөрәгендә мәңге йәшәүен, Еңеү көнө ябай булмаған әлеге заманда, мөһим урын биләүен белдерҙе.

Радий Хәбиров республикала йәшәгән күп милләтле халыҡ исеменән Советтар Союзы геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросовтың үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә лә сәскә һалды. «Мәңгелек ут» майҙанында Ватан өсөн башын һалған батырҙар, һуғыш ҡорбандары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.

«Еңеү паркы» майҙаны тағы ла бер тарихи объект менән тулыланды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды, ул бронзанан ҡойолған. Ҡаһарман яҡташыбыҙ 1945 йылдың 30 апрелендә Берлинда Рейхстагҡа тәүгеләрҙән булып Еңеү байрағын ҡаҙаған

Мишкә районында тыуып үҫкән артиллерия бригадаһы разведчигы Ғәзи Заһитов һуғыштан һуң Башҡортостанға, тыуған ауылына ҡайта. Колхоз рәйесе, машина-трактор станцияһында механик булып эшләй.

Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҡаһарман яугирҙың исемен мәңгелләштереү буйынса күп мөрәжәғәттәр ҡабул ителгән булған.

Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған парадты асыу хоҡуғы байраҡсылар төркөмөнә бирелде. Баш ҡаланың Октябрь проспектында Өфө гарнизоны хәрбиҙәре, көс структуралары хеҙмәткәрҙәре, хәрби бәрелештәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, курсанттар һәм кадеттар тигеҙ сафҡа теҙелгән. Парад расчеттарының әҙерлеген билдәләп өс тапҡыр «Ура» ауазы яңғыраны.

Команда бирелеү менән барабандар тауышы аҫтында 22 парад расчеты тигеҙ саф менән Октябрь проспекты буйлап ҡуҙғалды. Тантаналы маршта ҡатнашыу хоҡуғы иң яҡшыларға ғына бирелә. Һәр кем тыуған ил өсөн оло ғорурлыҡ кисерә.

Быйыл парадта «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының яугирҙары ла үтте. Яҡташтарыбыҙҙың барыһы ла алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Еңеү көнө уңайынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтарылғандар.

Парадта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сығарылған һәм заманса хәрби техника ла үтте. Тантаналы сараны «Первушин» аэродром комплексының бәләкәй авиацияһы күрһәтмә сығыштары йомғаҡланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ветерандарҙы, хәрбиҙәрҙе республика халҡын Еңеү байрамы менән ҡотлап, бөгөн Украинала нацизм менән ҡаһармандарса көрәш алып барылғанда - берҙәмлек һәм еңеүселәр быуыны менән өҙөлмәҫ бәйләнеш булыуы айырыуса тойола тине.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған илһөйәрлек саралары республиканың бөтә район-ҡалаларында үтте. Өлкән йәштәге ветерандар патриотик митингта ҡатнаша алмаған осраҡтарҙа уларҙың йорт, ихаталарында байрам ойошторолдо. Йәш быуын өсөн аяҙ күк йөҙө бүләк итеүселәрҙең һәр береһе иғтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ.

Флорида Ким