2019 йылдан бирле тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә 8 мең тирәһе подъезд тәртипкә килтерелгән. Быйыл иһә йөҙҙән ашыу торлаҡты төҙөкләндереү ҡаралған. Программала күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең фекере иҫәпкә алына: буяу, плитка төҫтәрен улар үҙҙәре һайлай. Объекттарҙың береһендә БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтулла булды.
Бындағы һәр мөйөштө һәм баҫҡысты ул яттан белә. Ни тиһәң дә, был йортта 60 йылға яҡын йәшәй. Миҙхәт Имаметдиновтың иҫкергән подъезды яңыртыу тураһында күптәнге хыялы, ниһайәт, тормошҡа ашты. Ремонт ошо көндәрҙә башланасаҡ. Төҙөүселәр подъезд ишеге өҫтө ҡыйығын алмаштырған, оҙаҡламай уның эсе лә йәмләнәсәк.
Ә бына СССР-ҙың 50 йыллығы, 2-се йортта ремонт башланған да инде. Ике подъезда ла эш бер аҙна тирәһе бара. Стеналағы иҫке буяу һыҙырылған, әле грунтлау эше алып барыла. Яңы буяу төҫөн йортта йәшәүселәр үҙҙәре һайлаясаҡ.
Республика буйынса подъездарҙы ремонтлау программаһы сентябргә тамамланырға тейеш. Өфөнән тыш, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарында төҙөкләндереү эше башланған. Ҡайһы бер йорттарҙа аҙ мобилле граждандар өсөн шарттар ҙа булдырыла. Ремонт эшенә 5 йыллыҡ гарантия бирелә.
Рәзилә Ғиниәтуллина