Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тамашасыға «Йәшәү хаҡына» театр-хореография сюитаһын тәҡдим итте. Ул Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә махсус хәрби операция темаһына бағышланған тәүге бейеү. Ғәскәровсылар әйтеүенсә, постановка уларҙы айырыуса тетрәндергән, сөнки ул үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү түгел, ә беҙҙең бөгөнгө ысынбарлыҡ тураһында. Бейеүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова аралашты.
Ныҡлы тыл булып тороусы ҡатын-ҡыҙҙар һәм нацизм менән алғы һыҙыҡта көрәшкән ир-егеттәр. Заманса хореография ярҙамында ҡуйылған «Йәшәү хаҡына» бейеүе тәүге тапҡыр киң тамашасыға Еңеү көнөндә тәҡдим ителде. Премьера «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.
Ғәскәровсылар репертуарында тамашасылар яратып өлгөргән 1812 йылғы Ватан һуғышына бағышланған «Төнъяҡ амурҙары», Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтарҙы сағылдырыусы «Шайморатов генерал» бейеүҙәре бар. Әлеге ваҡытта барған ваҡиғалар тураһында ла хореография постановкаһын ҡуймау мөмкин түгел. Сөнки махсус хәрби операцияның тере шаһиттары - беҙ үҙебеҙ, ти ансамбль директоры. Нәзир Байегетов былтыр алғы һыҙыҡта булып ҡайта. Шәхсән үҙе яугирҙар менән аралаша, уларҙың уй-кисерештәре, эске донъяһы менән таныша. Тәьҫораттар бейеү нигеҙенә ята.
Махсус хәрби операцияға бағышланған тәүге бейеүҙе сәхнәләштереүгә ансамбль директоры Нәзир Байегетов менән Мәскәүҙән саҡырылған хореограф-ҡуйыусы, режиссер Константин Диденко ҡыйыулыҡ итә. Хореография әҫәренә көйҙө композитор Рәил Мөрсәлимов яҙа.
Ҡорал тотоу, ҡул алышы, яу яланындағы хәрәкәттәр... Быларҙың барыһын да бейеүселәр хәрбиҙәрҙән өйрәнгән. Артистар үҙҙәрен ысын һалдат итеп тойһон өсөн костюмдар ҙа яу яланындағы кеүек - төп нөсхәһендә. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың образы фәрештәгә тиң. Зәңгәр күлдәктәр - сафлыҡ, яҡты киләсәккә ышаныс һәм тыныс тормош символы.
Репертуары «Йәшәү хаҡына» бейеүе менән байытҡан коллектив әле ижад миҙегелен тамамлау алдында. Хореография әҫәрен сентябрҙән Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыштарында күрергә мөмкин.
Әлфинә Килдейәрова