Милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр байрамы республика район-ҡалаларының ижад ҡомары менән янған, әүҙем ғаиләләрен берләштерҙе. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған сараға БЮТ ижади төркөмө лә тамаша ҡылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ҡубыҙ, гармун моңдарына дәртле йырҙар. Күгәрсен районы Тәүәкән ауылының «Сәңкем» фольклор ансамленә «Ғаилә усағы» фестивален асыу хоҡуғы бирелде. Өфөлә ойошторолған мәҙәни сараға ижади коллектив милли аш-һыу өлгөләре, ҡул эштәре күргәҙмәһен алып килгән, шулай уҡ сәхнәлә килен һөйөү йолаһы күрһәтеләсәк.
«Ғаилә усағы» фестивале ғаилә мәҙәниәттәрен һәм йолаларын һаҡлау маҡсатында ойошторолған. Район-ҡалаларҙың милли йөҙө булған иң яҡшы ғаиләләр күләмле сараға саҡырыу алған. Номинациялар ҙа төрлө. Йыр-бейеүҙәр, музыка ҡоралдарында уйнау оҫталығын да күрһәтергә мөмкин ине.
Фестиваль ижади ғаиләләрҙе, үҙешмәкәр коллективтарҙы бер сәхнәлә туплап, тотош бер фольклор байрамын хәтерләтте.
«Ғаилә усағы» фестивалендә һәр ғаилә еңеүсе. Һәр ҡайһыһы айырым номинацияларҙа билдәләнде. Ә Гран-при Сибайҙан Ғәйнуллиндар менән Балтас районынан Хәйҙәршиндар ғаиләләренә тапшырылды.
Фестивалдә ҡатнашҡан ғаиләләрҙең барыһы ла күп балалы, ата-әсәләре ул-ҡыҙҙарында сәнғәткә, тарихҡа ҡарата һөйөү уята алған. Үҫеп килгән быуындың шәжәрәһен яҡшы белеүе лә ҡыуаныслы күренеш.
Гөлназ Хәйбуллина