Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге балалар музыка мәктәбе уҡыусылары отчет концерт менән сығыш яһаны

Иглин ауылының Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге балалар музыка мәктәбе уҡыусылары тамашасылар алдында отчет концерт менән сығыш яһаны.

Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге Балалар музыка мәктәбендә ике йөҙҙән ашыу бала шөғөлләнә. Мәктәп уҡыусылары төрлө профессиональ конкурстарҙа даими ҡатнаша. Былтыр мәктәп уҡыусылары 9 халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында уңышлы сығыш яһаған, беренсе, икенсе һәм өсөнсө дәрәжә лауреаттары булған.

Концертта балалар иң яҡшы номерҙарын тәҡдим итте. Вокал, баян, фортепиано, хор сәнғәте менән таныштырҙы. Уҡыусым Ксения Кисляковаға ҙур өмөттәр бағлайым. Тағы ла бер уҡыусым Аэлита Чембарисова Өфө сәнғәт училищеһында белем ала..

Әлмир Хәбиров, М. Хисмәтуллин исемендәге иглин балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы

Тамашасылар сығыштарҙы көслө алҡыштар менән оҙатты. Концертта ҡатнашыусыларға татлы бүләктәр таратылды.