Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре дауам итә

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сәсеү менән бер рәттән утау һәм ашлау эштәре алып барыла. Бөгөнгә 95 мең гектар ҡый үләндәренә ҡаршы препараттар менән эшкәртелгән. 140 мең гектарға минераль ашлама индерелгән. Республикала 860 мең гектар сәселгән, был - пландың 43 проценты. Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Илеш, Шишмә хужалыҡтары баҫыуҙарҙың 70 процентында  эште теүәлләгән.