Бының өсөн 4 миллиард 880 миллион һум ҡаралған. Уның 540 миллионы ауылдарға илткән юлдарҙы тәртипкә килтереүгә тотонола, 150 миллионы баҡса юлдарына йүнәлтелә, 400 миллионы төньяҡ-көнсығыш райондарға тәғәйенләнә. Асҡын, Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман һәм Салауат райондары 50-шәр миллион ала. Тағы 2 миллиард 350 миллион һумға 114 километр юлға капиталь ремонт эшләнә. Төҙөкләндерелергә тейешле урындарҙы билдәләгәндә халыҡ мөрәжәғәттәре, мәктәп автобустары йөрөшө, туристик маршруттар иҫәпкә алынған.