Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә “Валдай” халыҡ-ара дискуссия клубы ултырышында сығыш яһаны. Фекер алышыу майҙансығында Рәсәй һәм Үҙәк Азия илдәре менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡарала. Сарала Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстандан эксперттар ҡатнаша. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, Үҙәк Азия дәүләттәре менән тауар әйләнеше артыуы күҙәтелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсәй һәм Үҙәк Азия илдәре араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү ҙур әһәмиәткә эйә. Эксперттар берҙәм киңлектә йәшәү һәм эшмәкәрлек алып барыу буйынса фекерҙәре менән уртаҡлаша. “Халыҡ-ара конференцияны үткәреү өсөн Өфө һәм Башҡортостан осраҡлы һайланманы”, - тине “Валдай” халыҡ-ара дискуссия клубын үҫтереү һәм ярҙам итеү фондының совет рәйесе Андрей Быстрицкий.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Валдай” халыҡ-ара дискуссия клубының Үҙәк Азия конференцияһы ике көн дауам итә. Унда үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, төбәктә хәүефһеҙлек һәм именлекте тәьмин итеү, сауҙа һәм миграция, экология мәсьәләләре ҡарала.