Башҡортостан сит илдәргә күберәк тауар һата башлаған

Тышҡы сауҙа әйләнеше 17,4 процентҡа артҡан. Ғинуар һәм февраль айҙарында ошондай һөҙөмтәгә ирешелгән. Был турала Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдерҙе. Күрһәткестәр уҙған йылдың тәүге айҙары менән сағыштырғанда бер аҙ яҡшырған. - Башҡортостанда экспортлаусы ойошмалар өсөн төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Тауар ташыу сығымдарының бер өлөшө компенсациялана, халыҡ-ара майҙанда эшләү буйынса консультациялар бирелә, - тине Маргарита Болычева.