Башҡортостандан Сербияға тәүге тапҡыр ҡарабойҙай оҙатылды

Стәрлетамаҡ районынан хужалыҡ сит илгә 44 тонна ашлыҡ ебәргән. Ҡарабойҙай сифат һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү төбәк идаралығынан. Беҙҙең республика ҡарабойҙай үҫтереү буйынса илдә алдынғы биш төбәк исемлегенә инә. Былтыр уны 50 район баҫыуҙарында 80 мең гектарҙа сәстеләр.