Башҡортостандан 175 кеше “Абилимпикс” милли чемпионаты финалында ҡатнаша

Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, 33 майҙансыҡта һаулыҡ мөмкинлеге сикле мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында һөнәри оҫталыҡ конкурстары ойошторолдо. Унда 150-нән ашыу уҡыу йортонан 1 мең 100 кеше сығыш яһаны. Улар 87 йүнәлеш буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Еңеүселәр октябрҙә Мәскәүҙә милли чемпионат финалында ҡатнаша.