Сара - халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм заман талаптарын баһалау өсөн интеллектуаль майҙан. Өфө быйыл Рәсәй, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстандан эксперттарҙы ҡабул итә.
Быйылғы конференцияның темаһы - «Рәсәй һәм Үҙәк Азия: үҙгәрешле донъяуи ысынбарлыҡта үҫеш һәм хәүефһеҙлек». Форумға килгән ҡунаҡтар Республикаға идара итеү үҙәгендә булған, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалған. Өфөнөң «Валдай» клубын уҙғарыу урыны итеп һайланыуы осраҡлы түгел, сөнки Башҡортостан Европа һәм Азия халыҡтары, уларҙың теле һәм мәҙәниәтен берләштереп, ике ҡитға тоташҡан ерҙә урынлашҡан.