Өфөлә Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданған граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашҡан власть органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә һәм төҙөүселәргә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Радий Хәбиров 2017 йылда был эш башланғанда республикала 170 проблемалы объект булыуын иҫкә төшөрҙө. Берҙәм эш итеү һөҙөмтәһендә күп йылдар сиселмәгән мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары табылды. Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса эш ил президенты ҡушыуы буйынса алып барылды, тип билдәләне республика башлығы.

Республикала 15 мең алданған өлөшсө иҫәпләнгән. Территорияларҙы үҫтереү фонды ярҙамы менән 2020 йылдан алып 4300-ҙән ашыу кеше 12,2 миллиард һумдан ашыу компенсация алған. 27 йорт төҙөлөшөн тамамлауға 9,4 миллиард һум, шул иҫәптән республиканан 1,1 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Мең ярымға яҡын кееш фатир алған.