Өфөлә «Полилингваль мөхиттә педагогтарҙы ғилми-методик яҡтан оҙатыу» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте

Уҡытыуҙа яңы алымдар. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Полилингваль мөхиттә педагогтарҙы ғилми-методик яҡтан оҙатыу» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Рәсәйҙең мәғариф министрлығы, Башҡортостан һәм илдең башҡа төбәктәренең полилингваль мәктәптәре вәкилдәре саҡырылған осрашыуҙа уңышлы эш тәжрибәләре өйрәнелде.

Билдәле булыуынса, юғары уҡыу йорто дүртенсе йыл рәттән полилингваль белем биреү һорауҙары менән шөғөлләнә. Улар алдына берҙәм уҡытыу моделен булдырыу бурысы ҡуйылған. Мәғариф учреждениеларында туған телде уҡытыуҙа яңы дидактик система һәм методикаһын эшләү көнүҙәк мәсьәлә булып һанала.