Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитов, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директоры Илдар Хәмитов һәм Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.
Оло ҡорҙа - ҡунаҡтар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, урындағы ҡоролтай рәйестәре, ауыл старосталары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Ултырыштың көн тәртибендә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының 2023 йыл эшмәкәрлегенә отчет һәм 2024 йылға бурыстар ҡаралды.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы районда ғына түгел, республика кимәлендәге абруйлы йәмәғәт ойошмаһы. Улар етәкселегендәге “Сәләмәт ауыл”, “Мул һыулы Һаҡмар”, “Башҡорт телендә иң күп китап уҡыусы бала”, “Ҡоролтай аллеяһы”, “Һаҡмар” гәзитен - һәр йортҡа”, “Сылтыр шишмә” һәм башҡа ҙур проекттарында һәр кем ҙур теләк менән ҡатнаша.
Һәр бер проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуында урындағы ҡоролтай етәксеһе Ришат Ишембәтовтың, ауыл биләмәләре башлыҡтары, урындағы йәмәғәт ойошмалары, төрлө мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙың өлөшө ҙур. Киңәйтелгән төбәк ултырышында ошо юҫыҡта эш алып барыусы алдыңғылар рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.