Радий Хәбиров Өфөлә үткән «Валдай» халыҡ-ара дискуссияһында ҡатнашты

Башҡортостандың Үҙәк Азия дәүләттәре менән сауҙа әйләнеше йыл аҙағына тиклем 25 процентҡа етергә тейеш. Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Өфөлә «Валдай» халыҡ-ара дискуссия клубы конференцияһында белдерҙе. 20 йыл дауамында барған абруйлы форумды республика тәүге тапҡыр ҡабул итә, уның эшендә Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан һәм башҡа дәүләттәрҙән эксперттар ҡатнаша. Фекер алышыуҙың төп йүнәлештәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Европа менән Азия киҫелешендә урынлашҡан Башҡортостандың «Валдай» форумын ҡабул итеүе тәбиғи. Республика быуаттар дауамында милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек өлгөһө булып тора. Ҡеүәтле сауҙа үҙәге һанала, Башҡортостан аша Волга Болғарына, Урта Азияға һәм Себергә карауан юлдары үтә.

«Валдай» форумында төрлө дәүләттәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән билдәле эксперттар ҡатнаша. Улар Башҡортостан менән һоҡланыуын йәшермәй. Республикала төрлө милләт халыҡтарының милли-мәҙәни хазиналарын һаҡлау өсөн тулы шарттар тыуҙырылған. Икенсенән, төбәк иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлау, инвестициялар йәлеп итеү, яңы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен асыу буйынса уңышлы эш алып бара.

Быйылғы форумдың төп темаһы - Рәсәй менән Урта Азия дәүләттәре араһындағы хеҙмәттәшлек. Бөгөнгө донъяуи үҙгәрештәр шарттарында хәүефһеҙлек һәм үҫеш мөмкинлектәре ҡарала.

Йыл аҙағына тиклем Урта Азия дәүләттәре менән тауар әйләнеше дөйөм күрһәткестең 25 процентын биләр тип көтөлә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, мөмкинлектәр киң һәм күп яҡлы.

Башҡортостандың әле 5 дәүләттә, Ҡаҙағстанда, Белорусияла, Төркиәлә, Ҡытайҙа, Үзбәкстанда вәкиллектәре эшләп килә. Был илдәрҙең бизнесы менән берлектәге проекттарҙың суммаһы 164 миллиард һумдан ашыу. Быйыл республика Иранда һәм Берләшкән Ғәрәп әмирлектәрендә үҙ вәкиллеген асырға ниәтләй.

Валдай халыҡ-ара фекер алышыу клубының исеме үткәреү урыны менән бәйле, тәүге конференция 2004 йылда Бөйөк Новгород ҡалаһында Валдай күле буйында үтә. Бөгөн ул донъя һәм ил кимәлендә танылыу һәм абруй яулаған иң юғары кимәлдәге интеллектуаль майҙансыҡтарҙың береһе булып иҫәпләнә. 20 йыл эсендә Валдай клубының эшендә 85 дәүләттән меңдән ашыу фәнни йәмәғәтселек вәкиле ҡатнашҡан.

Рәмзиә Кәримова