Миналарҙан, шартламаған снарядтарҙан таҙартмай тороп Рәсәй ғәскәрҙәренә алға бырыу мөмкин түгел. Тәүҙә Украина ҡораллы көстәренән азат иткән ерҙәрҙе саперҙар үтеп сыға. Һуңынан яңы алынған ерҙәргә пехота, хәрби техника төпләнә. Ниндәй бурыстар ҡуйыла саперҙарға һәм биләмәләрҙе таҙартыуҙа ниндәй сюрпиздар көтөүе ихтимал? Башҡортостандан мобилизацияланған яугирҙар менән хәрби заданиеға Айнур Кәбиров сыҡты.
Төркөм бер- береһенең эҙенә баҫып ҡына алға юллана.Саперҙар иң ашыҡмаҫ ғәскәр берәмеге. Әммә улар һәр саҡ авангардта. Мина эҙләгес һәр тимер киҫәгенә тауыш бирә. Әммә саперҙың үҙенең дә иғтибары, һиҙемләү тойғоһо көслө булырға тейеш. Сөнки юлда сюрприздар күп осрай.
Ике-өс кешенән торған төркөмдәр менән йөрөү хәйерлерәк, ти саперҙар. Сөнки хәүеф хәҙер ерҙә генә түгел, ә һауала ла бар.
Бер кеше эҙләй, ә икәүһе һаҡта тора. Саперҙарҙың башы 360 градусҡа әйләнергә тейеш, ти егеттәр. Шул ваҡытта ғына улар бер-береһенең ғүмерен һаҡлап ҡала ала.
Саперҙар табылған снарядтарҙы урында уҡ юҡ итә. Сөнки уларҙың аҫтына ла шартлатҡыс ҡалдырып китеүҙәре ихтимал. Снаряд өҫтөнә заряд һалына һәм яныусы шнур тоҡандырыла. Ул секундына бер сантиметр яна һәм йәшенеү өсөн ғәҙәттә 40 секунд етә.
Саперҙарға төрлө ҡатмарлы хәрби припастарҙы, реактив снярядтарҙы ла зарарһыҙландырырға тура килә.
Улар таҙартыу менән бер рәттән кәрәкһә үҙҙәре лә мина һалып китә. Ғәҙәттә, улар көнөнә дүрт-биш сәғәт эшләй. Оҙаҡҡа һуҙылһа бер төрлө хәрәкәттәргә күнегеп китеп уяулыҡты юғалтыуҙары ла ихтимал.
Айнур Кәбиров