Өфөлә республиканың юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илшат Ишморатов ҡулға алынған

Ул айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, чиновник автомобиль юлдарын диагностикалау буйынса дәүләт контракттарын төҙөүҙә булышлыҡ иткән.

Башҡарылған эштәрҙе ҡаршылыҡһыҙ ҡабул иткән һәм уларҙы ҡурсалағаны өсөн 3 миллион һумға яҡын аҡса алған. Енәйәт осрағы федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығы тарафынан асыҡлана. Чиновниктың хеҙмәт һәм йәшәү урынында тентеүҙәр үтте, тип хәбәр иттеләр Тәфтиш комитетынан.

Өфөнөң Киров районы суды тәфтишсенең үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе. Илшат Ишморатовҡа ҡарата хөкөм сараһы һайланды. Ул ике ай дауамында өйҙәге арест аҫтында ҡала. Тәфтиш комитеты версияһы буйынса, юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары контрагенттарҙың береһен ҡурсалай. Бының өсөн 2 миллион 900 мең һум күләмендә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Анжелла Сәфиуллина, Өфөнөң Киров районы суды бүлеге етәксеһе