Шаҡша күперендә ремонт яртыһына яҡынлаша

Шаҡша күперендә тығындарҙы йыл аҙағына тиклем түҙергә ҡала. Әле үткәүелдә ремонт яртыһына яҡынлаша. Ҡасандыр авария хәлендә тип танылған күпер заманса ысулдар менән нығытылып, тағы ла бер нисә тиҫтә йыл хеҙмәт итер, тип иҫәп тоталар. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса алып барылған ремонтҡа 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Объектта БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина булды.

Шаҡша күперендә ремонт урталыҡҡа яҡынлаша. Әле уның уң яҡ өлөшөндәге юл япмаһы алыштырыла. Быға тиклем күперҙе тотоп торған бағаналар нығытылған, ә күпер юлындағы элекке тимер бетон конструкциялар урынына тимерҙәре ҡуйылған. 84-се йылда төҙөлгән күпер бер нисә йыл элек авария хәлендә тип танылғайны. Белгестәр, тимер ҡоролмалар һыу өҫтө үткәүелен тағы лы ярты быуат ныҡлы тотоп торасаҡ, тигән фекерҙә.

Июндә автомобиль хәрәкәте яңыртылған һыҙаттан ебәреләсәк. Ҡалған яртыһында ремонт башланыуы көтөлә. Унда ла күпер тимер конструкциялар менән нығытылып, яңы асфальт түшәләсәк. Был өлөштә юл япмаһы яңыраҡ яңыртылһа ла, һыҙат тулыһынса һүтеләсәк. Планға ярашлы, яңыртылған күпер 2025 йылдың февралендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Әммә юл хеҙмәткәрҙәре эште ваҡытынан алда тамамларға ниәтләй, шуға ла һәр минутты файҙалы ҡулланырға тырыша.

Сентябрь-октябрь айҙарында юлды бер аҙнаға тулыһынса ябырға ниәтләйҙәр. Тимәк, тығындар көсәйеүе ихтимал. Ремонт ваҡытына урындағы халыҡ уңайлығы өсөн өҫтәмә электричкалар ебәрелгән. Ағиҙелдә паром кисеүе эшләйәсәк. Ҡала халҡына ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға түҙергә генә ҡала. Сабырлыҡтың төбө - алтын, ә күпер күпкә хәүефһеҙерәк буласаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина