Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа Куйбышев тимер юлы көнө үтте

Сара сиктәрендә Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет күсмә ултырыш уҙғарҙы. Унда магистраль етәкселәре, республика хөкүмәте вәкилдәре, депутаттар һәм пассажир ташыусы компаниялар ҡатнашты.

Парламентарийҙар тәү сиратта Өфө тимер юл вокзалы, «Ҡарлуғас» электропоезы үҙенсәлектәре менән танышты. Һуңынан, Өфө-Шаҡша-Өфө маршруты буйынса йөрөүсе электричкала күсмә ултырыш үтте. Хәрәкәт барышында тимер юл инфраструктураһында хәүефһеҙлекте арттырыу, пассажир ташыуҙы үҫтереү һорауҙары ҡаралды.

Шулай уҡ Өфө тирәләй ғәмәлгә ашырылған “Ҡала электричкаһы” проекты менән таныштылар. Уға ярашлы, Шаҡша тимер юл станцияһында йыл аҙағына тиклем яңы павильон барлыҡҡа киләсәк. Ҡоролма заманса ныҡлы материалдарҙан төҙөлә. Пассажирҙар уңайлығы өсөн павильон төрлө кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырыласаҡ. Атап әйткәндә, касса зонаһы, уңайлы ултырғыстар, USB-розеткалар, поездар хәрәкәте теҙмәһе менән электрон табло, климат-контроль һәм видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыласаҡ.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары төбәктә тимер юл инфраструктураһын артабан да үҫтереүсе проекттарға ярҙам итеү мөһимлеген билдәләне.

Әгәр ҙә биш йыл элек ҡала яны поездары күҙ һалһаҡ, ысынлап та, үҙгәрештәр күҙгә күренерлек. Иҫкереп бөткән электропоездар, уңайһыҙ расписание, поездар хәрәкәте автобустар менән тап килмәй торғайны. Ошо ваҡыт эсендә барлыҡ етешһеҙлектәр бөтөрөлдө. Быны һандарҙа иҫбатлай. Былтыр поездар менән 4 миллион ярымға яҡын пассажир файҙаланған. Был ун өс йыл эсендә рекорд күрһәткес.

Антон Гармаш, Башҡортостан Ҡала яны пассажирҙар компанияһы етәксеһе