Банктар акция уҙғара. Ул 20 майҙан 2 июнгә тиклем бара. Милли банктан хәбәр итеүҙәренсә, кешеләрҙә йыш ҡына тимер аҡса күпләп йыйыла, магазиндарҙа иһә уға ихтыяж арта. Акция тимер аҡсаны яңынан әйләнешкә индерергә, уларҙы етештереү өсөн сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ итә. Үткән йылда Башҡортостанда был акцияла 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.