Өфөлә һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды

Быйыл йәй республика баш ҡалаһында 10 рәсми пляж асыла. Уларҙың һәр береһендә ҡотҡарыусылар дежур итәсәк. Ҡомлоҡтар, һыу инеү урындарында санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Өфөлә  һыу инеү миҙгеле 1 июндән башлана.