Республикала яңы поликлиникалар төҙөлә

Улар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса һалына башлай. Асҡар, Благовещен, Учалы һәм Яңауылда балалар, Асҡын һәм Баҡалыла өлкәндәр поликлиникаһын сафҡа индереү ҡарала.  Кушнаренкола төҙөлөп бөтмәгән медицина учреждениеһында эштәрҙе теүәлләү планлаштырыла.