Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле халыҡ-ара конкурсында иң яҡшыһы тип танылды

Өфөнөң Совет майҙанындағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу һәм төҙөкләндереү объекттарының иң яҡшы проекты» тип танылды. Был халыҡ-ара конкурс, проектлаусыларҙың Милли берекмәһе тарафынан ойошторола. Быйыл унда донъяның төрлө дәүләттәренән мең ярымдан ашыу проект тәҡдим ителгән. Ҡытай, Сербия, Италия һәм башҡа илдәр ҡатнашҡан. Республиканың милли геройы һәйкәле-мемориаль комплексы проекты ҡатмарлы һәм уникаль. Награда Башҡортостанда архитектура мәктәбенең юғары кимәлен иҫбатлай. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.

2022 йыл, 11 октябрь. Башҡортостан өсөн тарихи көн. Өфөнөң Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Һәйкәл тип әйтеү генә аҙ, данлыҡлы башҡорт атлы ғәскәренең иҫтәлеген мәңгеләштергән комплекс. Уның һәр өлөшө тарих һөйләй, һәйкәл нигеҙенә тупраҡ та Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған ерҙән килтерелгән.

Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлдө. Хәҙер инде майҙанды был мөһабәт композициянан башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ул ике йыл эсендә Өфө халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан урынына әүерелгән. Һәйкәл эргәһенән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй.

Хәҙер Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу һәм төҙөкләндереү объекттарының иң яҡшы проекты» тип танылды. Проектлаусыларҙың Милли берекмәһе ойошторған халыҡ-ара конкурста, донъя кимәлендә.

Ҡатмарлы, үҙенсәлекле композиция. Проекттың авторы Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Салауат Щербаков. Ул һәйкәлдең һәр деталенә тарих, мәғәнә һала.

Һәйкәлдең донъя кимәлендәге конкурста еңеү яулауын Башҡортостан архитектура мәктәбенә юғары баһа тип ҡабул итергә мөмкин. Фиҙаҡәр хеҙмәткә лайыҡлы баһа.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлендә һәр кем үҙ геройын күрә. Ул һәр яугирҙың ҡаһарманлығын мәңгеләштерә.

Башҡорт атлылыларының данын тыуған яғына ҡайтарған архитектура комплексы, бөгөн был һәйкәл республикалағы иң иҫтәлекле һәм күркәм урындарҙың береһе, һәр ғаиләнең тарихы. Данлы үткәндәребеҙҙе бөгөнгө заман, киләсәк менән бәйләүсе, быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы майҙан. Еңеү һалдаттарының һәйкәле хәҙер еңеүсе проект исемен дә йөрөтә.

Рәмзиә Кәримова