Бөгөн Башҡортостан телерадиокомпанияһында Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитетының күсмә ултырышы үтте. Был формат башҡарылған эштәр һәм проблемалар менән урында танышыу маҡсатында индерелгән.
Ултырыш алдынан депутаттар төп телеканалдың эшмәкәрлеге, матди-техник базаһы менән танышты. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы республиканың иң ҡеүәтле медиахолдингы, компанияға Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Ҡурай», «Тамыр», «Сәләм» телеканалы, «Юлдаш», «Юлдаш плюс», «Спутник ФМ», «Ашҡаҙар» радиолары ҡарай. Журналистарҙың проекттары республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге конкурс-фестивалдәрҙә даими еңеү яулай. Республика телевидениеһы аудитория буйынса Рәсәй төбәктәре араһында лидер булып тора һәм федераль каналдарҙы уҙып төбәк тамашасылары яратҡан өс телеканал иҫәбенә инә. Тәүлек әйләнәһендәге эфир селтәренең төп өлөшөн шәхси контент, йәғни телевидение тарафынан әҙерләнгән проекттар биләй.
Комитет ултырышында Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары етәксеһе Максим Ульчев сығыш яһаны. Ул башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны, киләсәккә эш йүнәлештәре тураһында һөйләне. Депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ултырышта билдәләнеүенсә, һанлы форматҡа күсеү илдең төбәк телевидениеларын ҡатмарлы хәлгә ҡуйҙы. Ғәмәлдәге мультиплекс 20 каналды үҙ эсенә ала, киләсәктә берҙәм һанлы пакетҡа урындағы каналдарҙы индереү мөмкинлеге лә ҡаралырға тейеш. Депутаттар был тәҡдим менән федераль үҙәккә мөрәжәғәт әҙерләйәсәк. Ултырышта шулай уҡ закон проекттары ла ҡаралды. Ике ҡануни документ көҙ үткән Башҡортостан башлығы һайлауы буйынса.