Баш ҡаланың Ленин урамында 43 төп йүкә ағасы ҡырҡылған

Был хәл ҡала халҡында төрлө һорау тыуҙыра. Махсус хеҙмәттәр хәбәр итеүенсә, тәбиғәттәге ағастар менән сағыштырғанда, ҡала шарттарында үҫкәндәре тиҙерәк ҡартая, асфальт менән ҡапланған майҙандарҙа уларҙың тамырҙары көсһөҙләнә, дауыл ваҡытында ауыу хәүефе янай. Тап шуға ла ҡалала йәшеллекте яңыртып тороу хәйерле. Ҡырҡылған ағастар урынына яңылары ултыртыласаҡ.

2019 йылдан алып республикала төбәк Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән йылына ике тапҡыр «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үткәрелә. Быйыл уның яҙғы этабында Өфөлә 1262 ағас һәм 374 ҡыуаҡ ултыртылған. Өфөнөң тарихи өлөшөндә лә үҫемлектәрҙе һаҡсыл яңыртыу дауам итә. Өфө элеккесә ғорур йәшел миллионлы булып ҡалһын өсөн ағастар этаплап яңыларына алмаштырыла. Быйыл баш ҡалала 6 меңдән ашыу үҫенте ултыртыу күҙаллана.