Баш ҡалала крикет буйынса халыҡ-ара турнир башланды

Ярышта Рәсәйҙең медицина һәм фармацевтика вуздарында уҡыған сит ил вәкилдәре ҡатнаша. Турнир баш ҡалала бишенсегә үткәрелә. Был юлы Чебоксар, Пермь, Ырымбур һәм Һамар студенттары көс һынаша. Ҡунаҡтарға Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм махсус саҡырылған Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты конкурентлыҡ тыуҙыра.

Билдәле булыуынса, республиканың уҡытыусылар әҙерләүсе төп ВУЗ-ында лапта уйыны ҙур абруй ҡаҙаған, ә крикет ниндәйҙер кимәлдә спорттың ошо төрөнә яҡын. Мауыҡтырғыс уйын айырыуса Австралия, Һиндостан һәм Африкала популяр. 2028 йылда ул хатта Лос-Анджелеста үтәсәк йәйге Олимпия уйындары программаһына инер тип көтөлә. Өфөләге турнирға килгәндә, ул ике көн буйына бара. Бөгөн һайлап алыу туры ойошторолдо. Иртәгә ярымфинал һәм финал уйындары үтә.