Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Шэньян ҡалаһында презентация булды. Унда Ҡытай эшҡыуарҙары ҡатнашты. Премьер-министр Андрей Назаров логистика мәсьәләренә айырыуса иғтибар бирҙе. Республиканың Европа һәм Азия араһында урынлашыуы экспорт өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Ағиҙел ҡалаһында йылға порты төҙөлөшө Иран, Һиндостан һәм Ҡытайға тура сауҙа юлы аса. Ҡытай Башҡортостан өсөн төп сауҙа партнеры булып тора. Алты провинция һәм бер ҡала менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Башҡортостан делегацияһының Ҡытайҙағы сәфәре 18 майға тиклем дауам итә.