Был турала Радий Хәбиров хәбәр итте. - Генерал Шайморатовҡа һәйкәл Милли проектлаусылар берлеге конкурсында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Ул "Төҙөкләндереләсәк объекттар һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары" номинацияһында беренсе дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде. Конкурста беҙҙең илдән һәм 11 дәүләттән 1 мең 412 проект ҡатнашты, - тип яҙа Радий Хәбиров.