Мәскәүҙә бер пенсионер 29 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. 75 йәшлек иргә шылтыратыусы үҙен нотариус итеп танытҡан. Ҡулында пенсионерҙан ышаныс ҡағыҙы булыуы, был документтың дәүләт хеҙмәттәренә тапшырыласағы тураһында хәбәр иткән. Ир кеше бер кемгә лә ышаныс ҡағыҙы бирмәүе тураһында белдергән. Ялған нотариус мәсьәләне хәл итеү өсөн ул әйткән номерға шылтыратырға кәңәш биргән. Ир үҙе шылтыратып ялған тәртип һаҡсылары менән әңгәмәләшкән. Уны йыйған аҡсаһын һаҡлап ҡалыу өсөн тиҙ арала йәнәһе хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергәндәр. Алданған пенсионер 29 миллион һумдан ашыу аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән, тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан.