Башҡортостанда автокредит алыусылар кәмегән

Апрелдә күрһәткестәр 13 процентҡа түбәнәйгән. Үткән айҙа 5 мең 260 машина кредитҡа алынған. Килешеүҙең уртаса хаҡы 1 миллион 300 мең һум булған. Һатылған автомобилдәрҙең өстән бер өлөшө - Рәсәй машиналары.