Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 140 мең гектар майҙанда сәсәүлектәр юҡҡа сыҡҡан. Күбеһенсә арыш бойҙайы баҫыуҙары зыян күргән. Ведомствонан белдереүҙәренсә, ҙур юғалтыу булған хужалыҡтарға ярҙам ҡарала. Республикала күп йыллыҡ үләндәр, етен, көнбағыш, сөгөлдөр һәм рапс ултыртылған биләмәләрҙең бер өлөшөн ҡырау һуҡҡан. Был бөтә майҙандарҙың 1 проценты.