18 майҙа иртәнге 8-ән Зәки Вәлиди урамының бер өлөшөнән үтеп булмай. 19-ында Карл Маркс, Мостай Кәрим, Ленин, Пушкин һәм Зәки Вәлиди урамдарындә өлөшләтә автомобилдәр хәрәкәте туҡтатыла. Был йәкшәмбе Өфөлә яҙғы ярым марафон үтә. Спорт сараһы илдең бөтә төбәктәрендә ойошторола. 1, 5, 10 һәм 21 километр араға йүгерергә була.