Ул баш ҡаланың 450 йыллығына арналған. «Өфө акварелдә» экспозицияһында авторҙың һуңғы ике йылда төшөрөлгән 45-тән ашыу ижад емеше күрһәтелгән. Уның әҫәрҙәре йылдың төрлө миҙгелдәрендә тыуған яҡ тәбиғәтенең матурлығын, төрлөлөгөн һәм бөйөклөгөн аса. Йәмил Әхмәтғәлиевтың эштәре бер нисә тапҡыр баш ҡаланың ҙур галереяларында ҡуйыла, «Арт-Өфө» фестивалендә ҡатнаша. Бынан тыш, ошо көндәрҙә рәссам үҙенең эштәрен Татарстанда ла тәҡдим иткән. «Өфө акварелдә» күргәҙмәһе 2 июнгә тиклем эшләй.