Радий Хәбиров Ҡазанда «Рәсәй - Ислам донъяһы» халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашты

Ҡазан Форумдың эшлекле программаһы 12 тематик тректы берләштерә. Улар - халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, иҡтисад, туризм, бизнес, фән һәм технологиялар, ислам финансы һәм инвестициялары, спорт, индустрия, хәләл һәм башҡа йүнәлештәр. Рәсәй төбәктәре, Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы илдәре һәм башҡа дәүләттәр эксперттары ҡатнашлығында 125 тематик сессия ҡаралған. 2 миллиондан ашыу мосолман йәшәгән Башҡортостан өсөн был форумда ҡатнашыу оло әһәмиәткә эйә.