БЮТ ижади төркөмө яҡташтарыбыҙҙың Ҡурахов йүнәлешендәге һөжүмдәрҙе кире ҡағыуын күрһәтте

Махсус хәрби операцияла артиллерия хәл иткес роль уйнай. Көбәкле орудиеларҙан атылған снарядтарға, идара ителеүсе ракеталарҙан айырмалы, пво саралары ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Донецк халыҡ республикаһында Кураховка йүнәлешендә нацистарҙы тар-мар итеүсе яҡташтарыбыҙ менән БЮТ хәбәрселәре лә осрашты. Артиллеристарҙың атыу позицияларынан Айнур Кәбиров репортажы.

Д-90 гаубицаһын егеттәр шаяртып белоснежка тип йөрөтә. Сөнки орудиеның расчеты ла ете кешенән тора. Яугирҙар үҙҙәре лә әкиәт геройҙары кеүек шуҡ, шулай уҡ етеҙ һәм ҡыйыу.

Ә бына төҙ атыу буйынса бөтөнләй мөғжизә күрһәтәләр. Тайпылыу билдәләнгән сәптән ни бары биш метрға ғына булыуы ихтимал. Артиллерия өсөн был бик яҡшы һөҙөмтә. Күрәһең, тура атыу, (мәргәнлек) башҡорттоң ҡанында, ти яҡташтарыбыҙ.

Ә бына ҡаршы яҡ шрапнель, кассеталы һәм химиялы снарядтар менән атырға ла тартынмай. Был хәрби припастар үтә лә ҙур зарар килтерә һәм тыйылған.

Шулай ҙа артиллеристар өсөн иң хәүефлеһе дрондар. Һуңғы арала улар күҙгә күренеп арта, ти хәрбиҙәр. Шуға күрә егеттәрҙең бер күҙе һәр саҡ күктә.

Әле мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ Донецк халыҡ республикаһының Кураховка йүнәлешендә нацистар нығытмаларын, техникаһын тар-мар итә. Ҡаршы яҡ ҡамауҙа ҡалмаҫ өсөн бар көсөн ҡулланырға тырыша. Яҡташтарыбыҙ уларҙың бар маташыуҙарын да кире ҡаға. Сөнки хәҙерге заманда ҡораллы бәрелештәр һөҙөмтәһе артилерия эшенә бәйле. Ә был дуэлдә әле иҫәп яҡташтарыбыҙ файҙаһына.

Айнур Кәбиров