Бөгөн Турахан кәшәнәһе эргәһендәге төҙөлөш майҙансығында төбәк һәм федераль журналистар өсөн матбуғат туры уҙғарылды. БЮТ хәбәрселәре лә тәүгеләрҙән булып музей проектының киләһе этаптарына бәйле яңы мәғлүмәттәр менән танышты. Тулыраҡ киләһе репортажда.
Дала киңлегендә мөһабәт архитектура объекты ҡалҡҡан. Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге төҙөлөшө тамамланыу алдында. Биләмәләге эш 80 процентҡа теүәлләнгән. Архитехторҙар билдәләүенсә, проекттың төп идеяһы буйынса яңы комплекс Турахан кәшәнәһен ҡапларға тейеш түгел, шуға ла ул урындағы тәбиғәткә яраҡлаштырып эшләнгән, сиктәре юҡ. Иң мөһиме - тәбиғи материалдарҙан эшләнә.
Визит-үҙәктең дөйөм майҙаны алты йөҙ квадрат метрҙан ашыу, комплекста тарихи экспозиция, лекция залы, кафе буласаҡ. Яңы объект - туризмды үҫтереү буйынса күләмле проекттың бер өлөшө генә. Турахан кәшәнәһе эргәһендә Евразия күсмә халыҡтар музейы төҙөлөшө планлаштырылған. Әлегә проектлау эштәре дауам итә. Был изге урын Башҡортостанға сит илдәрҙән туристарҙы ғына түгел, ғалимдарҙы ла йәлеп итәсәк.
Туризм үҫеше урындағы кәсепселәрҙең эшен дә йәнләндергән. Шишмә районында утыҙҙан ашыу йүнсел берләшеп, Турахан кәшәнәһенә арналған сувенир продукцияһын әҙерләй башлаған. Визит-үҙәктә ойоштороласаҡ күргәҙмә-йәрминкәләрҙә республиканың төрлө район-ҡалалары оҫталары ла сығыш яһай аласаҡ.
Былтыр көҙ Турахан кәшәнәһенә тиклем күтәрелеү өсөн һуҡмаҡ та һалынғайны, проект буйынса уның оңонлоғо 800 метрҙан ашыу. Тулыһынса ағастан эшләнгән. Тиҙҙән биләмәлә күсмә халыҡтар, башҡорттар, йылҡысылыҡ тураһында тарихи мәғлүмәт менән 13 стенд урынлаштырыу, ял зоналары булдырыу ҡаралған.
Көмбәҙгә тиклем бейеклеге һигеҙ метр булһа, стена ҡалынлығы бер метрҙан ашыу. Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе таштан төҙөлөп, быуаттар аша үҙенең архитектура-тарихи ҡиммәтен юғалтмаған. Биләмәләге археологик тикшеренеүҙәр, ҡаҙыныу эштәре эргәлә ҡәберлектәрҙең күп булыуын ла дәлилләгән.
Яңыраҡ Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районына эш сәфәре барышында Евразия Күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының төҙөлөш этаптарына бәйле күсмә кәңәшмә уҙғарҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, комплекс проектын төбәк етәксеһе 2022 йылдың июлендә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексын асыу тантанаһында тәҡдим иткәйне.
Визит-үҙәк асылғандан һуң биләмәлә Башҡорт аты үҙәге төҙөлөшө башлана. Бында ат сабыштары өсөн манеждар урынлаштырыу ҡаралған, стадион, кәсепселәр ауылы буласаҡ. Шулай уҡ киләсәктә бында заманса спа-шифахана төҙөлөшө лә планлаштырылған.
Гөлназ Хәйбуллина