Өфөлә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале асылды

Өфөлә тантаналы рәүештә бөгөн «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале асылды. Аҙна дауамында барасаҡ мәҙәни сарала 14 спектакль тәҡдим ителәсәк. Иң көслө сәхнә әҫәрҙәрен театр тәнҡитселәре менән бергә тамашасылар үҙҙәре билдәләй. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.