Республика буйынса Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 758 авария теркәлгән. Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе автомобилдәр бәрәлешеү арҡаһында булған, шулай уҡ йәйәүлеләрҙе тапатыу осраҡтары йыш теркәлгән. Быйыл эскән килеш рулгә ултырған водителдәр һаны кәмегән. Уның ҡарауы, бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында авариялар артҡан. Хәмер эсеп рулгә ултырған йәштәр йыш теркәлә. Быйыл 4 айҙа 280 бала тотолған. Улар араһында 32 кеше эскән килеш булған.