Бындай хеҙмәт Күп функциялы үҙәк офистарында күрһәтелә. Льготалы шарттарҙа газ үткәреүгә эйә булғандар ҡорамал һатып алыуға субсидия һәм йортҡа тиклем торба һуҙыу буйынса эштәрҙе ойоштороуҙо “берҙәм тәҙрә” тәртибендә алырға хоҡуҡлы. Башҡортостанда 49 меңдән ашыу йортҡа газ торбаһы һуҙылған, 2 меңдән ашыу ауылға “зәңгәр яғыулыҡ” килеп етте.